среда, 31 августа 2011 г.

Куба: ҡара бәйләмесле “ниндзя”лар “Аҡтан кейенгән ҡатындар”ға ҡаршы.


Куба диссиденттары политик тотҡондарҙы иреккә сығарыуҙы талап итеүсе ҡатындарҙы ҡурҡытыу кампанияһын туҡтатыуҙа ярҙам һорап илдең католик сиркәүенә мөрәжәғәт иттеләр. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, протест маршында ҡатнашыусыларға ҡаршы был кампанияла властар үҙҙәре лә, хөкүмәттең махсус әҙерләнгән отрядтары ла ҡатнаша.

”Улар 300 тирәһе,-тип һөйләй“Аҡтан кейенгән ҡатындар”ойошмаһынан Берта Солер.- Баштарында ниндзя һымаҡ ҡара бәйләмес, ҡулдарында сыбыртҡы һәм йәш ағыҙғыс газлы гранаталар”.

Илдең көньяғындағы Сантьяго- де- Кубала һәм ҡала тирәһендә куба политик тотҡондарының ҡатындарынан һәм туғандарынан торған“Аҡтан кейенгән ҡатындар”ойошмаһының 30 ағзаһы ҡулға алынған. Йәкшәмбе һайын улар Сантьягола өнһөҙ ҡаршылыҡ акцияһы уҙғарғандар һәм аҙаҡ ғибәҙәт ҡылырға йөрөгәндәр.

Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың билдәләүенсә, июль айында был ҡатындар һәм улар яҡлылар йыш ҡына йәберләнеүгә дусар булғандар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий