Ливияның Күсмә Милли советы Сирт ҡалаһындағы Муаммар Каддафи яҡлыларға ультиматум ҡуйҙы. Киләһе шәмбегә ҡәҙәр улар йә баш һаласаҡ, йә көслө һөжүмгә дусар буласаҡ.
Баш күтәреүселәр Каддафиҙың тыуған ҡалаһы Сирт өсөн алышты дауам итә. Ҡаланан 138 километрҙа улар КПП ҡуйғандар. Әммә һуғыштар хәҙер ҡалаға уҡ яҡынайған.
Оппозицияны борсоған тағы бер нәмә бар, был- Каддафиҙың ҡайҙалығы. Әлегә эҙләнеүҙәр һөҙөмтә бирмәгән. Баш күтәреүселәр хәбәр итеүенсә, Хамис- полковниктың улдарының береһе- Тархун ҡалаһы янындағы ҡораллы бәрелештә, моғайын, һәләк булған.
Каддафиҙың башҡа ғаилә ағзаларына килгәндә, ҡатыны Сафия, улдары Мөхәммәт һәм Ғаннибал,ҡыҙҙары Ғәйшә Алжирҙа. Икенсе мәғлүмәт буйынса, Каддафиҙың яҡындары был илде ташлап киткән булырға тейеш.
Комментариев нет:
Отправить комментарий