среда, 31 августа 2011 г.

Терроризм менән көрәшкә АҠШ күпме аҡса түккән?

Браун университетындағы Халыҡ- ара бәйләнештәр институты был сығымдарҙы иҫәпләп сығарған. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, Афғанстан кампанияһынан башлап, һуңғы 10 йыл эсендә Америка властары һуғыш сығымдарына 4 триллион доллар самаһы тотонған. Ысынында иһә был һандар юғарыраҡ булыуы бик ихтимал.

Бостон университетының хеҙмәткәре һәм ғилми тикшеренеү етәкселәренең береһе Нита Кроуфорд бына нимә һөйләй:

“Был сығымдар- айсбергтың өҫкө өлөшө генә. Артабан- америка һалдаттары һәм был конфликтта ҡатнашыусылар араһындағы юғалтыуҙар, яралылар. Бик һирәк телгә алынғандар ҙә бар. Улар- Ирак, Афғанстан, Пакистан халҡы араһындағы ҡорбандар. Ветерандарға һәм тыныс халыҡҡа түләнәсәк кәмендә 30 йылға иҫәпләнгән оҙайлы сығымдарҙы ла оноторға ярамай.”

Июль уртаһында Браун университетының ғилми тикшеренеүселәре терроризм менән көрәшеүгә киткән сығымдар хаҡында доклад әҙерләне:

”Сарыф ителгән һәр миллион долларға Пентагон 8 эш урыны булдырған... Мәғарифҡа киткән шундай уҡ сығымдарға 15 эш урыны булдырырға мөмкин булыр ине, ә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә – 13 урын. Шул уҡ аҡсаларҙы хәҙерге экономика кисергән ауырлыҡтарҙы иҫәпкә алып файҙалыраҡ тотоноу ҙа зыян итмәҫ ине”..

Иҫәпләүҙәр буйынса, һуңғы 10 йыл эсендә төрлө һуғыштарҙа америка ғәскәре 6 000 һалдатын юғалтҡан, 500 000 хәрби ғәрип булып ҡалған. Ошо конфликттар нәтижәһендә 8 миллион кеше ҡасаҡҡа әйләнгән.




Комментариев нет:

Отправить комментарий