четверг, 1 сентября 2011 г.

Рәсәй һәм Украина йәнә “газ һуғышы” сигендә тора.


Рәсәй һәм Украина араһында йәнә газ конфликты тоҡанды. Киев Мәскәүҙе артыҡ ҡиммәт булған рәсәй газына ( уларҙың уйынса) хаҡтарҙы төшөрөргә өгөтләй, юғиһә Стокгольм арбитражына мөрәжәғәт итеү менән янай.

Рәсәй президенты Дмитрий Медведев бындай позицияны һалышыу, тип атаны һәм алмашҡа Рәсәйгә файҙалы тәҡдим яһарға кәңәш бирҙе, мәҫәлән, интеграцион пространствоның бер өлөшө булырға йәки газ транспортлау системаһын һатырға. Бындай тәҡдимдәр булмаһа, Мәскәү мең кубометры 450 долларҙан иҫәпләнгән 2009 йылда ҡул ҡуйылған газ килешеүе шарттарын үтәүҙе көтә.

Бынын тыш Украина Рәсәй газын тотоноуҙы кәметергә тырыша һәм киләһе йылға 27 миллиард кубометрға ғына заявка бирҙе. Әммә контракт буйынса Украина йылына 33 миллиард кубометрҙан сығып иҫәпләшергә тейеш, тип иҫкәрттеләр уларҙы “Газпром”дан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий