Кисә Мәскәүҙәге һәм Санкт- Петербургтағы “Стратегия- 31” манифестацияһында оппозиция яҡлы 60 кеше ҡулға алынған. Унда ҡатнашыусылар граждандарға йыйылыштар яһау иреге биргән Рәсәй Конституцияһының 31-се статьяһын яҡлап сығыш яһаны. Акцияла ҡатнашыусылар ил етәкселеген отставкаға ебәреүҙе һәм ғәҙел һайлауҙар үткәреүҙе талап итте.
“Бөгөн һайлауҙар юҡ, беҙгә улар тәҡдим иткәндәр араһынан ғына һайларға ҡала, шуға күрә был системаны законлы түгел тип иҫәпләйбеҙ,-”ти”Һул фронт” активисы Константин Косякин.
“Стратегия -31”хәрәкәте Мәскәүҙә 2009 йылдың йәйендә барлыҡҡа килде- манифестациялар ҙа айҙың 31 –се көнөндә үткәрелә.
"Беҙ 31-се статья өсөн, һәр рәсәй гражданы теләгән ергә барып үҙенең фекерен белдерә алһын өсөн сығыш яһайбыҙ,ә беҙгә быны рөхсәт итмәйҙәр”,- ти митингыла ҡатнашыусы.
Мәскәүҙә акция Триумфаль майҙанда ойошторолдо һәм бер нисә тиҫтә кешене йыйҙы. Полиция вәкиленең һүҙҙәре буйынса, аңлы рәүештә йәйәүлеләргә һәм автотранспортҡа ҡамасаулаусыларҙы ғына ҡулға алғандар.
Акцияла ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, рәсәй президенты дүшәмбе билдәләгән киләһе парламент һайлауҙарында барыһы ла тигеҙ шарттарға ҡуйылмаған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий