четверг, 1 сентября 2011 г.

Ҡытай миллионеры исланд ерен һатып алырға ниәтләй.

Ҡытай эшҡыуарының Исландияла ҙур ер биләмәһен һатып алырға ниәтләүе был дәүләттең политик даирәләрендә ҙур бәхәстәр тыуҙырҙы.

Һүҙ илдең төньяҡ- көнсығышындағы 300 квадрат километр ер ( йәғни илдең 0,3% территорияһы) хаҡында бара. Хуанг Нубо- “Форбс” журналы буйынса планеталағы иң бай кешеләр рейтингыһында 161- се юлды биләй. Ул бында туристик парк төҙөргә ниәтләй. Проект 100 миллион доллар тора.

Нубо ер хужаларының ризалығын алған да инде, хөкүмәт башлығы ла бының насарлығын күрмәй.

’’Экономикаға яңы импульс бирер өсөн, беҙ сит ил инвесторҙары менән эшләргә тейешбеҙ. Нубо әфәнденең ниәттәрендә шикләнергә урын юҡ,-”тип белдерҙе Йоханна Сигурдардоттир.

Илдең эске эштәр министры башҡа фекерҙә."Ҡытай эшҡыуары,
уның проекты өсөн ташлама яһауҙы һорап, хөкүмәткә мөрәжәғәт итергә тейеш, сөнки закон сит ил кешеләренә ер һатыуҙы рөхсәт итмәй",- тип белдерҙе ул.

Ҡайһы бер күҙәтеү яһаусылар был стратегик яҡтан мөһим һәм углеводород ресурстарына бай булған регион менән Ҡытайҙың ҡыҙыҡһыныуы бик мөмкин, тип иҫәпләй.



Комментариев нет:

Отправить комментарий