понедельник, 22 августа 2011 г.

Ғәрәп илдәре лигаһы Израилдең Газа секторына һөжүмен ғәйепләй.

Ғәрәп илдәре лигаһы Израилдең Газа секторын бомбаға тотоуҙы ғәйепләне һәм тыныс халыҡты үлтереүҙе туҡтатыу өсөн БМО-ны ғәрәп- израиль конфликтына ҡыҫылырға саҡырҙы.

Уҙған кесаҙна көн Яҡын Көнсығыштағы хәлдәр ҡырҡыулашты. Израилдең Хәрби һауа көстәре, 8 кеше ҡорбан булған терактҡа яуап итеп, диңгеҙ буйы анклавын көсөргәнешле рәүештә бомбаға тотто. Һөҙөмтәлә, 15 фәләстиндең ғүмере ҡыйылды, араларында тыныс граждандар ҙа бар ине. Вафат булғандарҙың икәүһе- балалар.

Йәкшәмбелә фәләстин боевиктары йәнә Израиль территорияһын утҡа тотто. Йәһүд дәүләтенең көньяҡ өлөшөнә Газа секторынан 12 ракета ебәрелде. Бер нисәһе, моғайын, осраҡлы рәүештә, Мысыр территорияһында шартланы. Хәбәр итеүҙәренсә, ҡорбандар булмаған.

Шәмбе көн Газанан Израилгә ракетанан ут асыу һөҙөмтәһендә бер кеше үлде, 12 кеше яраланды. Урындағы киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Израилгә тиҫтәнән ашыу ракета һәм бер нисә миномет снаряды ебәрелгән. Был һөжүм өсөн яуаплылыҡты Израиль менән ваҡытлы килешеүҙе туҡтатыу хаҡында иғлан иткән ХАМАС хәрәкәте боевиктары алды.





Комментариев нет:

Отправить комментарий