понедельник, 22 августа 2011 г.

Һиндостан: коррупцияға ҡаршы көрәшсе аслыҡты туҡтатырға йыйынмай.


“Хөкүмәткә бер ниндәй ҙә ташламалар юҡ! Һиндостандың билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм коррупция менән көрәшеүсе Анна Хазаре аслыҡты туҡтатырға йыйынмай.” Был хаҡта 74 йәшлек ил уҙаманы Нью-Делиҙағы Рәмлил майҙанында үҙе яҡлы меңәрләгән халыҡ алдында белдерҙе.

“Премьер- министр үҙе килеп өгөтләһә лә, мин аслыҡты туҡтатмаясаҡмын. Беҙҙең талаптар үтәлмәй тороп, үлһәм дә акцияны туҡтатырға иҫәбем юҡ.”

Һүҙ парламент ҡарамағына сығарылған коррупцияға ҡаршы закондарҙы ҡатыландырыу хаҡында бара. Власть вәкилдәре менән бергә Хазаре һәм уның көрәштәштәре әҙерләгән 40 тәҡдимдең 34-е генә коррупцияға ҡаршы законға эләккән, илдең премьер- министры, парламент ағзалары һәм өлкән судья юрисдикциянан ситтә ҡалған.

Һиндостандың премьер- министры ҡаты һәм эффектив законды ҡабул итеү идеяһын яҡлауын һәм граждандарҙан тәҡдимдәр көтөүен белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий