суббота, 20 августа 2011 г.

Төркиә премьеры Сомали ҡасаҡтары лагерында булды.


Төркиәнең премьер- министры Рәжәп Эрдоган аслыҡ ҡоторонған Сомалиға бер көнлөк визит менән килде. Уны ҡатыны һәм ҡайһы бер министрҙар оҙатып йөрөнө. Эрдоган- был илдә булған сит ил лидерҙарының беренсеһе. Аэропортта уны Шәйех Шәриф Әхмәт ҡаршы алды. Улар бергәләп ҡасаҡтар лагерында булды.

Сомалиҙа һуңғы 60 йылдағы иң ҙур ҡоролоҡ, халыҡ аслыҡтан ныҡ интегә. Төркиә илгә етди ярҙам күрһәтә, бында бер нисә тонна гуманитар ярҙам ебәрелде.

Визит алдынан Стамбулда Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ағзаларының осрашыуы булды. Унда Сомалиға ярҙамға 350 миллион доллар бүлергә ҡарар сығарылды.

Сомалиҙа оҙаҡ йылдар һуғыш туҡтамай, әле лә илдең ҡайһы бер райондары аҙыҡ- түлек һәм медикаменттар ташыған гуманитар ойошма хеҙмәткәрҙәре өсөн бик ҡурҡыныс.

Комментариев нет:

Отправить комментарий