пятница, 19 августа 2011 г.

Талиптар Кабулдағы Британия советына һөжүм итте.

Кабулдағы Британия советы (Британия советы- донъяла британия культураһын таратыусы Бөйөк Британия хөкүмәтенең агенствоһы) биналарына талиптарҙың һөжүме һөҙөмтәһендә 8 кеше һәләк булды. Вафат булғандарҙың күбеһе- афған полицейскийҙары, әммә ҡорбандар араһында сит ил граждандары ла бар. Тиҫтәгә яҡын кеше яраланды.

Йома көн иртән Британия советы территорияһына инә торған ерҙә ике террорист үҙен- үҙе шартлатты. Унан һуң унда ҡораллы һуғышсылар бәреп инде, улар атыш башлағас, йәнә шартлау яңғыраны. Афған полицейскийҙары һәм НАТО хәрбиҙәре улар менән атыш башланы.

Теракт өсөн яуаплылыҡты“Талибан”хәрәкәте алды. Улар был һөжүм менән Афғанстандың Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоғона 92 йыл тулыуҙы билдәләне.


Комментариев нет:

Отправить комментарий