пятница, 19 августа 2011 г.

Пакистан: изге рамаҙан айындағы теракт.


Пакистандағы теракт 40 кешенең ғүмерен алып китте, йөҙҙән ашыу кеше яраланды. Илдең төньяҡ- көнбайышында урынлашҡан Джамруд ҡалаһында мәсеттәге йома намаҙы ваҡытында шартлау яңғыраны.Уны үҙен үлемгә дусар иткән террорист шартлатты. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, бина эсендә 300-ҙән 700-гә ҡәҙәр кеше булған.

Полицияла бының талиптар тарафынан эшләнеүенә шикләнмәйҙәр, сөнки Пакистандағы күп теракттарҙың осо уларға барып төртөлә. Халыҡ ополчениеһында ҡатнашып, экстремистарға ҡаршы көрәшкән урындағы халыҡтан террористар шулай үс ала.

Ислам дин белгестәре мосолмандар өсөн изге булған, бөтә һуғыштар тыйылған рамаҙан айындағы терактты ғәйепләп сыҡтылар.

Күп яралылар ауыр хәлдә, шуға күрә хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡорбандарҙың байтаҡҡа артыуы мөмкин, тип иҫәпләйҙәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий