пятница, 19 августа 2011 г.

Асадҡа ҡарата халыҡ- ара баҫым көсәйә.


Франция, Германия, Португалия һәм Бөйөк Британия БМО- ның Именлек Советын Сүриәгә ҡарата резолюция ҡабул итергә саҡыра. Документ инде эшләнеп ята, һүҙ унда Дамаскыға ҡорал индереүҙе тыйыу хаҡында ла бара.

“Беҙ БМО-ның Именлек Советы резолюцияһы өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Унда яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алғандарға баҫым яһау саралары ҡараласаҡ,-”тип белдерҙе БМО-лағы Бөйөк Британия вәкиле Филип Пархэм.

АҠШ Дамаскыға ҡарата санкциялар индерҙе инде һәм беренсе тапҡыр Сүриә президентын урынын бушатырға саҡырҙы.

“Асадҡа Сүриә халҡының мәнфәғәте хаҡына властан баш тартырға кәрәк. Күсеү дәүеренең юлын ил граждандары үҙҙәре билдәләргә тейеш- беҙ теләгән маҡсат шул”,- тип белдерҙе АҠШ- тың Дәүләт секретары Хилари Клинтон.
Вашингтон Евроберләшмәне уның миҫалына эйәрергә саҡыра. Ә Асад халыҡ- ара берләшмәне утҡа тотоуҙарҙы тулыһынса туҡтатыуы хаҡында ышандырырға тырыша. Сүриә дәүләт телевидениеһы Латакиянан йылмайып, ҡулдарына сәскәләр тотоп киткән һалдаттарҙы күрһәтә.

Шәмбе көн илдә сыуалыштар башланғаны бирле беренсе тапҡыр БМО-ның гуманитар миссияһын индерәсәктәр. Шулай ҙа, хоҡуҡ һаҡлаусылар билдәләүенсә, сүриә халҡын эҙмә- эҙлекле һәм аяуһыҙ рәүештә үлтереүҙе дауам итәләр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий