Кесаҙнаның тәүге сәғәттәрендә 9 машина яндырыла. Бындай ваҡиғалар немецтарҙың баш ҡалаһында элек тә осраштырғыланы, әммә ут төртөүҙәрҙең бер нисә төн рәттән булыуы полицияны хафаға һалды. Енәйәтселәр ҡиммәтле машиналарҙы ғына түгел, осһоҙораҡ машиналарҙы ла аямайҙар. Ут төртөүселәр бығаса тыныс тип иҫәпләнгән, уртаса хәлле кешеләр йәшәгән өс районда эш итәләр: Шарлоттенбург, Тиргартен һәм Лихтенберг.
“Минең машинама инде 11 йыл,- тип һөйләй зыян күргән кешеләрҙең береһе.- Уның өсөн күпме бирәсәктәр? Бик аҙ, тип уйлайым. Миңә инде 72 йәш, ул минең һуңғы автомобилем булғандыр, моғайын.”
Ут төртөү өсөн ҡулға алынғандар әлегә юҡ. Был сығыштар артында ябай хулиганлыҡмы әллә политик мотивтары булған ниндәйҙер төркөмдәрме, тип баш вата властар. Енәйәтселәр хаҡында мәғлүмәт биреүселәргә хоҡуҡ һаҡлаусылар 5 мең евро вәғәҙә итте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий