четверг, 4 августа 2011 г.

Египетлылар Мөбәрәкте төрмәгә ғүмерлеккә ултыртырға теләр ине.


Египетлылар суд барышын иғтибар менән күҙәтә. Барҙарҙың телеэкрандарында футбол матчтары урынына – зал ултырыштарынан тура трансляция.

Египет менән 30 йыл идара иткән элекке президенттың дошмандары 83 йәшлек Мөбәрәкте ғүмеренең аҙағынаса рәшәткә артына ултыртыуҙарын талап итәләр:

“Яза түгел, ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыуҙарын теләйем- ыҙаланыуҙарын күргем килә уның.”

“Беҙ уның ғүмерлеккә төрмәлә булыуын теләйбеҙ. Уның арҡаһында беҙ күп ыҙа сиктек.”

Элекке президенттың шәхесенә, эштәренә кем нисек кенә ҡарамаһын, хатта демократик үҙгәрештәр фонында ла судтың ғәҙеллегенә бөтә египетлылар ҙа ышанмай.

“Ҡайҙа һуң ул суд? Әгәр ярлы саҡ ҡына эш боҙһа ла иртәгәһенә үк тиреһен тунайҙар. Ә был судтағылар нимә генә ҡылманылар, берәү ҙә уларҙы ғәйепле тип атай алмай.”

”Ғәрәп яҙында”бәреп төшөрөлгән лидерҙарҙан беренсе булып Хөсни Мөбәрәк судҡа үҙе килде. Египетта уның өҫтөнән процесты илдәге демократик үҙгәрештәргә табан тәүге аҙымдар, тип иҫәпләйҙәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий