среда, 3 августа 2011 г.

Сүриә: рамаҙан айының тәүге көнөндәге бәрелештәр.

Сүрияәлә уҙған тәүлектәрҙә манифестанттар һәм президент Асадҡа тоғро көстәр араһындағы һуғыштарҙа тиҫтәләгән кеше үлде. Дамасктан төньяҡтараҡ урынлашҡан Хама ҡалаһында рамаҙан айының тәүге көнөндә киске намаҙҙан һуң айырыуса ҡаты бәрелештәр булды. Сүриәнең дәүләт телевидениеһы Хама урамдарындағы ҡораллы кешеләрҙе күрһәтте һәм ҡалаға танкылар инеүен, ҡоралһыҙ кешеләргә атыуын кире ҡаҡты.

Донъяның күренекле дәүләттәре Бәшәр Асад хөкүмәтенең эштәрен ғәйепләп сығыш яһаны, тик Сүриә режимына ҡаршы йүнәлтелгән аныҡ аҙымдар хаҡында бер һүҙ ҙә әйтмәне.

Адмирал Майк Маллен, АҠШ-тың штаб начальниктары комитетының етәксеһе:

“Беҙ, Сүрияәләге көс ҡулланыуҙы ғәйепләп, уны тиҙерәк туҡтатырға саҡырабыҙ. Сүриә халҡы башҡа етәкселеккә һәм хөкүмәттәге реформаларға мохтаж. Көндән- көн күберәк дәүләттәр президент Асад һәм уның яҡлыларҙы үҙгәрештәр башларға һәм көс ҡулланыуҙы туҡтатырға саҡыра.”

Үҙ сиратында баш күтәреүселәр Youtube cайты аша үҙенең видеояҙмаларын тарата. Мәҫәлән, селтәр аша хөкүмәткә ҡаршы манифестацияның кадрҙары күрһәтелде. Сүриә властары иһә оппозицияны ҡала урамдарында тәртипһеҙлектәр тыуҙырыуҙа, көс ҡулланыуҙа һәм илдәге хәлдәрҙе боҙоп крһәтеү өсөн интернетты файҙаланыуҙа ғәйепләйҙәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий