среда, 3 августа 2011 г.

Тыныслыҡ утрауы үҙгәрештәр юлында.


Куба экономикаһының моделе үҙгәрештәр талап итә. Был турала дүшәмбе көн, Куба парламентының быйылғы тәүге ултырышында сығыш яһап, ил етәкселеге вәкилдәре ошо хаҡта белдерҙеләр. Һөҙөмтәлә, сессияның беренсе көнөндә үк делегаттар апрелдә Куба Компартияһының VI cъезында хөкүмәт тәҡдим иткән үҙгәрештәр пакетын ҡабул иттеләр.

“Беҙ баштарыбыҙҙы иҫкергән сүп- сарҙан таҙартырға тейешбеҙ. Онотмағыҙ, урамда ХХI быуат, уның ун йылы үтеп тә китте инде, шулай булғас ваҡыт етте!”-тине Кубаның дәүләт советы һәм министрҙар советы етәксеһе Рауль Кастро.

Ҡабул ителгән үҙгәрештәр тәүге нәүбәттә илдең экономик моделен үҙгәртеүгә һәм кризис менән көрәшкә йүнәлтелгән. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа юл асыу һәм шулай уҡ күсемһеҙ милек һәм автомобилдәр менән бәйле шәхси килешеүҙәргә рөхсәт биреү планлаштырыла.

Властар миграция закондарын ҡайтанан ҡарарға ла вәғәҙә итәләр. Кубалыларға турист рәүешендә сит илдәргә сығыу ҙа еңелләшер, моғайын.

Эксперттарҙың фекеренсә, ил етәкселәре ҡатмарлы экономик осорҙа политик тотороҡлолоҡто һаҡларға тырышалар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий