среда, 3 августа 2011 г.

Путин АҠШ-ты паразитлыҡта ғәйепләне.


Владимир Путин АҠШ-ты донъя экономикаһының паразиты, тип атаны. Бындай белдереүҙе ул “Селигер-2011” форумында ҡатнашыусылар алдында яһаны. Путин иң күп Америка облигацияларына Рәсәй эйә булыуын йәштәрҙең иҫенә төшөрҙө, әммә Вашингтонды дәүләт бурысы проблемаһын хәл итеүгә яуапһыҙ ҡарауҙа ғәйепләне.

РФ хөкүмәтенең председателе Владимир Путин:

“Ил бурысҡа батып йәшәй, донъяның төп экономикаһы өсөн был бик насар. Тимәк улар юрғандарына ҡарап аяҡтарын һуҙмайҙар һәм үҙ проблемаларының ауырлығын бөтә донъя экономикаһына һалалар. Улар ниндәйҙер кимәлдә донъя экономикаһында, доллар монополияһында паразит булып йәшәйҙәр”.

Рәсәй премьерынан тыш башҡа политиктар һәм экономистар ҙа, мәҫәлән, Экономик хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһының генераль секретары Энджел Гурия АҠШ-тың яңы бурыстарға батыуын күҙаллай.

АҠШ-та бурыстар мәсьәләһе әле булһа хәл ителмәгән. Артабан беҙ уға мотлаҡ әйләнеп ҡайтырға мәжбүр буласаҡбыҙ. Мәсьәләгә киләсәкте уйлап тотонорға кәрәк. Киләһе юлы бурыс кимәле ҙурыраҡ һәм унан ҡотолоу ауырыраҡ булырға мөмкин.

Шулай ҙа, халыҡ- ара рейтинг агенстволары белдереүенсә, хәл итеү юлдарының аныҡ программаһы төҙөлһә, АҠШ әлеге кредит рейтингын һаҡлап алып ҡаласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий