вторник, 2 августа 2011 г.

Мысыр: демонстранттарҙы Таһрир майҙанынан китергә мәжбүр иттеләр.


Ҡаһирә полицияһы оҙайлы ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусы бер нисә йөҙ активисты Таһрир майҙанынан ҡыуҙы. Изге рамаҙан айы башланыу сәбәпле акцияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе элегерәк үҙҙәре киткәйне. Информагенстволар хәбәр итеүенсә, манифестанттарҙы ҡыуғанда ҡорал һауаға атыу өсөн генә ҡулланыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәштәрҙең манифестациялары Ҡаһирәлә июнь айында башланғайны. Унда ҡатнашыусылар ваҡытлы хөкүмәттән вәғәҙә ителгән политик һәм экономик реформаларҙы тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеүҙе талап итә.

Бынан тыш улар илдең элекке президенты Хөсни Мөбәрәкте тиҙ рәүештә ғәҙел хөкөмгә тарттырыуҙы һорай. Илдең элекке дәүләт башлығын коррупцияла һәм ошо йылдың ғинуар- февраль айҙарында Таһрир майҙанында сығыш яһаусыларҙы баҫтырыуҙа ғәйепләнә. Сыуалыштарҙа ул саҡта 800 кеше һәләк була, 6 меңе тән йәрәхәттәре ала. Элекке президент һәм уның улдары өҫтөнән асыҡ суд процесы шаршамбы көн башлана.

Комментариев нет:

Отправить комментарий