вторник, 2 августа 2011 г.

Рамаҙан айы һуғышҡа ҡамасаулаймы?


Бөтә донъяның мосолмандары Рамаҙан айының башланыуына һөйөнә. Һуғыш хәрәкәттәре йәки көсөргәнешлелек булған Яҡын Көнсығыш һәм Африка илдәре өсөн изге ай айырым мәғәнәгә эйә.

Ислам ҡанундарынан тайпылмау рамаҙан айы көндәрендә уғата мөһим. Рамаҙан айында бөтә низағтар онотолорға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ливия халҡының килешеүгә өмөтө аҡланмауы ла мөмкин. Баш күтәреүселәр ҙә, имамдың фатихаһын алған Каддафиға тоғро ғәскәр ҙә ҡорал һалырға йыйынмай.

“Һуғышыусылар ашай ҙа, эсә лә алалар. Дини сикләүҙәр уларға ҡағылмай. НАТО яғында һуғышыусыларҙан башҡалары бөтәһе лә Аллаһ һуғышсылары”,- тине шәйех Мөхәммәт Шәриф әл- Мәҙәни.

Былтырғы һыу баҫыуҙарҙан саҡ баш ҡалҡыта башлаған Пакстанда рамаҙан айы бик үк ҡыуаныслы башланманы. Иң кәрәк аҙыҡ- түлеккә хаҡтар арта. Күптәр аслыҡтан интегә.

“Магазиндарҙа йәнең теләгән нәмә бар, тик уларҙы алырға аҡсабыҙ ғына юҡ, һыу баҫыу арҡаһында бөтәһен дә юғалттыҡ,-”тип зарлана ҡарт пакстанлы.

Изге рамаҙан айы мосолмандарҙың иң төп байрамы- Ураҙа ғәйете менән тамамлана.

Комментариев нет:

Отправить комментарий