вторник, 2 августа 2011 г.

АҠШ: дефолт булмаясаҡ, әммә проблемалар ҡала.

Йәкшәмбе көн республикандар һәм демократтарҙың лидерҙары араһында өлгәшелгән компромисс АҠШ-ҡа дәүләт бурысы күләмен арттырырға мөмкинлек бирә. Юғиһә 2 августа “техник дефолт ”башланыр һәм Америка үҙ облигациялары буйынса сираттағы процентты түләй алмаҫ ине.

АҠШ-тың дәүләт бурысы 14,3 трлн. доллар тәшкил итә. Бурысҡа батыуҙың тиҙлеген кәметеү маҡсатында ике яҡ та сығымдарҙы 10 йыл дауамында 2,5 трлн. долларға кәметергә килештеләр.

Нимә иҫәбенә һуң? Демократтарға налогтарҙы арттырыу, фәнгә инвестицияларҙы күбәйтеү һәм ҡайһы бер социаль прогаммаларҙы финанслау идеялары менән хушлашырға тура килде. Ярлылар өсөн тәғәйенләнгән Medicare һәм Medicaid медицина страховкаһы программаларын ҡалдырҙылар. Бюджетты ҡыҫҡартыу ике этапта алып барыласаҡ. Тәүге этапта сығымдар 917 млрд. долларға кәметеләсәк. Йәнә 1.5 трлн. долларҙы ҡыҫҡартыуҙы ноябрҙә ике партия вәкилдәренән махсус комитет хәл итәсәк.

Инвесторҙарҙы ышандырыу өсөн был ғына етерме икән? Халыҡ- ара кредит агенстволары АҠШ-тың рейтингы төшөү мөмкинлеген инҡар итмәйҙәр, әле ул юғары өсләтә “А”кимәлендә тора. Был бурыс проблемаларын хәл итеүҙең оҙайлы ваҡыты билдәләнмәүе менән генә түгел, Америка экономикаһының көсһөҙлөгө менән дә аңлатыла. Беренсе кварталда ул ВВП буйынса 0,4% тәшкил итте, ә икенсеһендә- 1,3%. Экономистарҙың икенсе яртыйыллыҡҡа прогноздары тағы ла насарыраҡ.

Әгәр АҠШ-тың бурыс ҡағыҙҙары буйынса рейтингы төшһә, экономика ла зыян күрәсәк: уға долларҙың көсһөҙләнеүе, инвесторҙарҙың бер өлөшөнөң китеүе һәм дә бурыстарҙы ҡаплатыу өсөн киткән сығымдарҙың артыуы янай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий