понедельник, 1 августа 2011 г.

Һуҡырайтыуға хөкөм ителгән иранлыны ярлыҡағандар

Һуҡырайтыуға хөкөм ителгән иранлыны ярлыҡағандар. Мәджид Мовахеди хөкөм ҡарарын тормошҡа ашырыу көнөндә 7 йыл элек уның арҡаһында күҙен юғалтҡан дәғүәсеһе Әминә Бахрами ярҙамынд ярлыҡана.

Әминә 7 йыл элек Мовахедиға кейәүгә сығыуҙан баш тарта. Тегеһе, ғәрләнеп, асыуҙан Әминәнең йөҙөнә кислота һибә. Енәйәт эшләнгән саҡтағы ҡыҙының кейемдәрен әсәһе әле булһа һаҡлай. 2008 йыл суд Мовахедиҙы яуап язаһына тарттырыу хаҡында хөкөм сығара..

“Мин аҙаҡҡаса яза барышында булырға ниәтләгәйнем. Үҙе лә шундай уҡ язаға дусар буласағын аңлап, берәү ҙә икенсе кешенең йөҙөнә кислота һипмәһен өсөн кәрәк ине был. Ә хәҙер мин уны ғәфү итәм, әммә башҡалар ғәфү итмәүе лә мөмкин,-”ти Әминә.

Күҙен юғалтҡан ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәте йәмһеҙләнә, уға 19 пластик операция эшләргә тура килә. Ҡазаны ул 2 млн евро менән баһалай. Енәйәтсенең “ҡан өсөн хаҡ”ты түләү -түләмәүе әлегә бидәһеҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий