понедельник, 1 августа 2011 г.

Яҡын Көнсығышта тыныслыҡҡа өмөт менән рамаҙан айы башланды.

Ял көнө кис мосолмандар өсөн изге булған рамаҙан айы башланды. Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән Ғәрәп Эмираттары, Мысыр, Катар, Йәмән һәм Иорданияның дин белгестәре төнгө күк йөҙөндә яңы ай ҡалҡыуы хаҡында хәбәр иттеләр.Ҡайһы бер башҡа мосолман илдәрендә рамаҙан айы бер көнгә һуңғараҡ башлана.

Изге рамаҙан айы- мосолман календары буйынса туғыҙынсы ай- быйылғы йыл айырым мәғәнәгә эйә: һуғыш хәрәкәте барған йәки көсөргәнешле ваҡиғалар булып торған Яҡын көнсығыш илдәре халҡы тыныслыҡ урынлашыуға өмөтләнә.

Рамаҙан айы 30 көндән тора. Был осорҙа мосолмандар көнө буйы ашау- эсеүҙән тыйылып тора, ә кистәрен хатта урамдарҙа ла мул табындар ҡорола, йорттар биҙәлә.Ислам ҡанундары буйынса рамаҙан айында, ҡоралдарҙы алып ҡуйып, бәхәс, низағтар хаҡында онотоу тейешле. Аллаһ тап ошо айҙа кешеләр яҙмышы хаҡында ҡарар ҡабул итә, тип иҫәпләнә.

Был осор, мәҫәлән, Ирактың хәүефһеҙлек көстәре хеҙмәткәрҙәре өсөн хафалы ваҡыт. Улар хатта изге рамаҙан айында ла теракт ҡорбаны булғылаған ираклыларҙың тормошо өсөн яуаплы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий