понедельник, 1 августа 2011 г.

Норвегия: террористың планына ҡағылышлы яңы мәғлүмәттәр.

Норвегияла Андерс Брейвик эшләгән икеләтә терактты тикшереү үлтереүсенең яңы хәйләкәр планы хаҡында яңы мәғлүмәттәр асты. Икенсе һорау алыу барышында Брейвик король һарайына һәм Ослолағы Норвегия эшселәр партияһының штабына һөжүмдәр планлаштырыуы тураһында әйтте. Ул тәфтишсене, ил хөкүмәте отставкаға киткән хәлдә, яңы мәғлүмәттәр менән таныштырырға вәғәҙә итте.

Йома көн булған Брейвиктан һуңғы һорау алыу 10 сәғәт барҙы.

“Һуңғы һығымталар бер нисә аҙнанан халыҡҡа белдереләсәк. Беҙ һорау алыуҙы башлайбыҙ. Был эш киләһе аҙнала буласаҡ. Быға ҡәҙәр беҙ уға үҙенең уй- фекерҙәрен белдерергә мөмкинлек бирҙек. Хәҙер инде үҙебеҙ һорау бирәсәкбеҙ. Әлегә шуны ғына әйтә алабыҙ: ул башҡа объекттарҙа ла теракттар үткәрергә план ҡорған, әммә икәүһе генә тормошҡа ашҡан.”

“Санди телеграф”аҙналығы хәбәр итеүенсә, терактҡа әҙерлек барышында Брейвик “иБэй” интернет- аукционы аша бомба эшләү өсөн компоненттар һәм ағыулы пулялар һатып алған. 77 кеше террористың ҡорбаны булған.

Норвегияла вафат булғандарҙы иҫкә алыу акцияһы дауам итә. Уларҙың береһе Гискала йәйге музыкаль фестиваль рамкаһында үткән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий