понедельник, 1 августа 2011 г.

Израиль: хөкүмәт ҡаршы сығыуҙарға яуап бирә.

Израилдең премьер- министры Биньямин Нетаньяху йәкшәмбе көн хөкүмәт ултырышында махсус министрлыҡ комиссияһы төҙөү тураһында белдерҙе. Ул йәшәү кимәленең үтә лә түбәнәйеүенә ҡаршы акцияла ҡатнащыусыларҙың ойоштороусылары менән һөйләшеүҙәр алып барасаҡ. Шәмбе көн Израиль урамдарына 100 меңдән 150 меңгә ҡәҙәр кеше сыҡҡан, тип иҫәпләйҙәр. Комиссия башҡа экономик проблемаларҙы ла хәл итеү юлдарын эҙләйәсәк. Группа кризисты тиҙ арала еңеп сығыуҙы вәғәҙә итмәй.

Үҙ сиратында, Израилдең финанс министры Юваль Штайниц, көнбайыш илдәрендәге ауырлыҡтарҙы иҫәпкә алып, хөкүмәт бик уйлап эш итергә тейеш, тип иҫәпләй.

“Беҙ торлаҡ мәсьәләһен дә, Израилдәге тормош кимәленең насарайыуын да аңлайбыҙ. Был йүнәлештә нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында уйлашырбыҙ. Икенсе яҡтан, финанс министры булараҡ, илдә “экономик анархияны”булдырмау өсөн дә мин яуаплы”.

Шәмбе манифестацияһында ҡатнашыусылар хаҡтарҙың юғарылығына, социаль тигеҙһеҙлеккә, эшһеҙлеккә ҡаршы сыҡтылар. Бынан тыш улар медицина ярҙамы һәм белем алыу мөмкинлеге киңерәк булыуын талап иттеләр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий