пятница, 9 сентября 2011 г.

АҠШ: 11 сентябрҙең йыллығы- яңы теракттар өсөн сәбәп.

Эшмәкәрлек урыны- Нью-Йорк һәм Вашингтон, ысулы- шартлатҡыс тултырылған автомобиль: АҠШ-тың махсус хеҙмәте 11 сентябрь ваҡиғаларының 10 йыллығы көндәрендә теракт булыу мөмкинлеге хаҡында мғлүмәт алған.

Ике эре ҡаланың властары, ҡайғылы ваҡиғалар йыллығына өс көн ҡалғас, хәтергә алыу сараларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе көсәйтергә ҡарар итте. Махсус матбуғат конференцияһыа Нью- Йорк мэры Майкл Блумберг бындай аңлатма бирҙе:

“11 сентябрь йыллығы яҡынайған һайын Нью- Йорк полицияһы, ФБР һәм бөтә махсус хеҙмәттәр хәүефһеҙлек кимәлен күтәрергә булды, сөнки беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, террористар ун йыллыҡты яңы һөжүм өсөн сәбәп итеп ҡарайҙар. Әммә шуны әйтмәксемен: әлеге мәлдә ҡурҡыныс янауға дәлилдәр юҡ. Былар иғтибар талап итә, әммә факттар менән нигеҙләнмәгәндәр.”

Шуға ҡарамаҫтан АҠШ президенты Барак Обама махсус хеҙмәттәрҙе “тырышлыҡты икеләтә арттырырға”саҡырҙы. Разведка мәғлүмәттәре буйынса, уҙған айҙа АҠШ- ҡа теракт эшләү ниәте менән Афғанстандан өс кеше килгән.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар урамдарға көсәйтелгән составта, махсус рәүештә өйрәтелгән эттәр менән сығасаҡ; полиция йәмәғәт транспортындағы пассажирҙарҙың ҙур сумкаларын һәм рюкзактарын тикшерәсәк; күперҙәр, туннелдәр һәм һәйкәлдәр һаҡ аҫтында буласаҡ. Граждандарҙы уяу булырға саҡыралар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий