пятница, 9 сентября 2011 г.

Ливия: баш күтәреүселәр Сирт һәм Бани- Вәлидте штурмларға йыйына.

Ливия фронтында артыҡ яңылыҡтар юҡ. Муаммар Каддафиҙың тыуған ҡалаһы Сирт тирәһендә Күсмә Милли совет һәм Йәмәхириәнең ҡолатылған лидеры яҡлылар араһында бәрелеш булды. Бани- Вәлид һаман каддафистар ҡулында ҡалған ҡәлғә. Урындағы лидерҙарға Күсмә Милли совет ҡуйған ультиматум шәмбе көн тамамлана. Баш күтәреүселәрҙең уйынса, Бани- Вәлидте, моғайын, штурмларға тура киләсәк:

“Штурм буласак; Бани- Вәлидтә һөйләшеүҙәр алып барырға теләмәйҙәр кеүек.”

Каддафи яҡлылар күршеләге Нигерға ҡасалар. Йома көн был дәүләткә сираттағы 14 кешенән торған төркөм килгән, хәбәр итеүҙәренсә, улар араһында Каддафиҙың шәхси һағы командирҙарының береһе булған генерал Али Кхана ла бар. Каддафи үҙе баш күтәреүселәрҙән бик оҫта ҡасып йөрөй. Интерпол уны, улы Сәиф әл- Исламды һәм разведка хеҙмәтенең етәксеһе булған кейәүе Абдулла әл-Сенуссиҙы ҡулға алыуға ордер биргән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий