пятница, 9 сентября 2011 г.

Афғанлылар Әхмәт- шаһ Масудты хәтерләйҙәр.

Ун йыл элек Афғанстанда “Төньяҡ альянс” лидеры Әхмәт– шаһ Масуд үлтерелгәйне. Кабулда һәм башҡа ҡалаларҙа был дата менән бәйле демонстрациялар үтә.

Афғанстандың баш ҡалаһында “Талибан” хәрәкәте боевиктарының мөмкин булған һөжүменән һаҡланыр өсөн өҫтәмә хәүефһеҙлек саралары индерелә.

Тап Әхмәт- шаһ Масуд етәкселегендә талиптарға ҡаршы коалиция –“Төньяҡ альянс” исемен алған Афғанстанды ҡотҡарыу берләшкән ислам фронты ойошторолғайны.

Масудҡа һөжүм интервью алған ваҡытта эшләнә. Үҙҙәрен үлемгә дусар иткән террористар, шартлатҡысты видеокамераға йәшереп, журналист ҡиәфәтендә килә. Әхмәт-шаһ Масуд алған йәрәхәттәрҙән һәләк була.

Масудҡа һөжүм булғандан һуң ике көн үткәс, бөтә донъяны АҠШ- тағы теракт хаҡындағы хәбәр тетрәтте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий