понедельник, 12 сентября 2011 г.

Врачтар ауыр яраланған хоккейсыны ҡотҡара алманылар.



Мәскәүҙә Вишневский исемендәге институтта  хоккейсы Александр Ғәлимов вафат булды. Биш көн элек Ярославль янында һәләкәткә осраған Як- 42 самолетында ул да бар ине. Иҫән ҡалған , әммә тәненең 90 проценты янған хоккейсыны врачтар ҡотҡара алманы. Тимәк, сәбәптәре әле асыҡланып бөтмәгән был фажиғәлә 44 кеше һәләк булды. Врачтар бортпроводник Александр Сизовтың ғүмере өсөн көрәшеүҙе дауам итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий