Ливияла Милли күсмә совет көстәре тарафынан ҡамалған Бани-Вәлид халҡы
ҡаланан китергә тырыша.
Бани- Вәлид- элекке режимдың контроле аҫтында ҡалған һуңғы нығытма, һәм,
моғайын, Муаммар Каддафи ҙа шунда йәшеренгәндер. Урындағы халыҡтың әйтеүенсә,
ҡала һуғыш хәрәкәттәре барған зонаға оҡшап киткән:”Бомба, ракета һәм гранаталар
беҙҙең өйҙәргә оса. Был бик ҡурҡыныс, беҙ унда ҡала алмайбыҙ.”
НАТО-ның масштаблы ярҙамына ҡарамаҫтан, яңы властар әлегә ҡәҙәр икенсе
стратегик пункт- Сиртты ала алмайҙар.
Нигер властары полковник улдарының береһе, Саади Каддафи, уларҙың илендә
булыуын раҫланы. Заманында ул Ливияның футбол буйынса йыйылма командаһына
етәкселек иткән, аҙаҡ хәрби карьера менән мәшғүл булған. Оппозиция менән килешеү
хаҡында һөйләшеүҙәр ҙә алып барған, тик улар уңышһыҙ тамамланған..
Яңы Ливия властары белдереүенсә, Триполиға яҡын ғына Каддафи ғәскәрҙәре
тарафынан йәшеренгән ракеталар табылған. Әйтеүҙәренсә, баш ҡала ҡамала ҡалһа,
уны файҙаланырға уйлағандар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий