Францияның көньяғындағы Маркуль ҡалаһында ядро
ҡалдыҡтарын эшкәртеү заводындағы шартлау һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк булған, ә
дүртәү яраланған.
Хәбәр итеүҙәренсә,
радиация таралыу хәүефе юҡ.
Маркулдәге сәнәғәт объекты Францияның “Арева”ядро гигантыныҡы. Уның территорияһында туҡтатылған бер нисә ядро реакторы
бар.
Маркуль АЭС-ы Гар департаментындағы Рона йылғаһы
үҙәнендә урынлашҡан. Маркуль- Францияның атом сәнәғәте үҙәктәренең береһе.
Ундағы ядро реакторҙары ике эште башҡара: плутоний алына һәм электр энергияһы эшләнә.

Комментариев нет:
Отправить комментарий