понедельник, 12 сентября 2011 г.

Кенияның нефть үткәргесендәге шартлау һөҙөмтәһендә 100-ҙән ашыу кеше һәләк булды.



Кениялағы нефть үткәргестәге шартлау һәм янғын һөҙөмтәһендә йөҙҙән ашыу кеше һәләк булды. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, был хәл боҙолған торбанан аҡҡан бензиндың яныуы арҡаһында килеп сыҡҡан.
Фажиғә Кенияның баш ҡалаһы Найробиҙың бик күп ярлылар йәшәгән ситендә булған. Урындағы халыҡтың һөйләүенсә, һауыттарына бензин тултырыр өсөн кешеләр ватыҡ торба янына йыйылған, тап ошо ваҡытта көслө шартлау яңғыраған.
Ике йыл элек ошондай уҡ шарттарҙа, түңкәрелгән бензовоздан яғыулыҡ алырға маташҡанда, 122 кеше һәләк булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий