вторник, 13 сентября 2011 г.

Эрдоган “ғәрәп яҙы”илдәрендә йөрөй.




Төркиәнең премьер- министры Рәжәп Тайып Эрдоган еңеүсе “ғәрәп яҙы”илдәре буйлап турнеға сыҡты. Төрөк хөкүмәте башлығы ғәрәп илдәренең яңы властары менән ныҡлы бәйләнеш булдырырға йыйына; ҡайһы бер эксперттарҙың фекеренсә, Анкара региондың лидеры булырға һәм Яҡын Көнсығыштың мөһим проблемаларын хәл итеүҙә туранан- тура ҡатнашырға ынтыла.
”Газаға барыу планлаштырылмаған, әммә, дөрөҫөн генә әйткәндә, был турала мин уйлап йөрөйөм. Мөмкин булыу менән Газаға барасаҡмын,-”тип белдерҙе Эрдоган.
Анкараны Палестина бойондороҡһоҙлоғо яҡлыларҙың тәүге рәтендә тора, тиҙәр.
Эрдоган иң тәүҙә Каирҙа туҡталды. Тап ошо ваҡытта ғәрәп дәүләттәре вәкилдәре палестиналыларҙың киләсәге хаҡында һөйләшәләр ине. Ултырышты асыуҙа Евроберләшмәнең сит илдәр политикаһы һәм хәүефһеҙлеге буйынса юғары вәкиле Кэтрин Эштон да ҡатнашты.
Ябыҡ ултырыштың һөҙөмтәләре буйынса Лига Палестинаны БМО ағзаһы итеүгә ирешергә ҡарар итте.



Комментариев нет:

Отправить комментарий