вторник, 13 сентября 2011 г.

Пакистанда мәктәп автобусына атҡандар.



Пешавар янында билдәһеҙ боевиктар мәктәп автобусына ракета ебәргәндәр һәм ут асҡандар. Һөҙөмтәлә, өс бала һәләк булған, ун бише яраланған. Автобусты йөрөтөүсе лә үлгән. Һөжүмгә дусар булған балалар 9 йәштәрҙә.
Пакистандың был провинцияһының төньяҡ- көнбайышында урындағы “Талибан”боевиктары йәшеренеп ята һәм әүҙем эш алып бара. Бындай һөжүмдәр улар өсөн яңылыҡ түгел, әммә ошоғаса мәктәп балаларын үлтереүҙе берәү ҙә үҙ өҫтөнә алманы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий