вторник, 13 сентября 2011 г.

Японияның яңы премьеры АЭС-тарҙы яңынан эшләтергә әҙер.



Японияның яңы премьер- министры Есихико Нода, һуңғы биш йыл эсендәге алтынсы хөкүмәт башлығы, парламент алдында илдең экономикаһын һәм инфраструктураһын тергеҙеү программаһы менән сығыш яһаны. Есихико Нода оппозицияны хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы һәм туҡтатылған атом электр станцияларын эшләтергә һүҙ бирҙе.
“Стихия һәләкәтенән ҡаза күргән региондарҙы эффектив рәүештә аяҡҡа баҫтырыу өсөн беҙгә ныҡлы берҙәмлек, идара итеүсе партияның һәм оппозицияның хеҙмәттәшлеге кәрәк,-”тип белдерҙе Есихико Нода.
Атом энергияһын ҡулланыуға ҡаршы сығыусылар, Чернобылдән һуң булған иң эре һәләкәтте- марттағы радиация фажиғәһен иҫкә төшөрөп, премьерға ҡаршылыҡ маршы менән яуап бирҙеләр. Ике мең ярым самаһы кеше Фукусималағы хәлдәр тураһында дөрөҫөн һөйләүҙе һәм, альтернатив сығанаҡтарға күсеп, АЭС- тарҙы бөтөнләйгә туҡтатыуҙы талап иттеләр.



Комментариев нет:

Отправить комментарий