вторник, 13 сентября 2011 г.

Күлде ҡотҡарыу- был да политика.



Иран ҡалаһы Тәбриздә экология хәрәкәте яҡлылар ҙур манифестация үткәрҙе. Улар хөкүмәтте Яҡын Көнсығышта ғына түгел, бөтә донъялағы иң ҙур тоҙло күл -Урмияны ҡотҡарырға саҡырҙылар. Һуңғы бер нисә йыл эсендә күл шул ҡәҙәр һайыҡҡан, хатта быны экологтар тәбиғәттең төҙәтеп булмаҫлыҡ һәләкәте, тип атайҙар.
Шаһиттар һәм һәүәҫкәр яҙмалар һөйләүенсә, политиканан алыҫ булған был акцияла ҡатнашыусыларҙы ҡыуыуҙа хәүефһеҙлек хеҙмәтендәгеләр резина пулялар һәм йәш ағыҙыусы газ ҡулланғандар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий