Италия парламенты депутаттары сығымдарҙы кәметеүҙе
маҡсат итеп ҡуйған күләмле саралар пакеты өсөн тауыш бирә башланы.
Хөкүмәт киләһе ике йылда 54 миллиард евроны
экономияларға ниәтләй. НДС-ты күтәреү, пенсия йәшен арттырыу, байҙарҙан налогты
күберәк алыу планлаштырыла.
Закон буйынса, парламенттағы тауыш биреү премьер
Берлускони һәм уның министрҙарына ышаныс вотумы ла булып тора.
Еврозонаның өсөнсө экономикаһы алдында ҙур проблемалар
тора: Италияның дәүләт бурысы ВВП буйынса 120%- был 1 триллион 900 миллиард
евро.
Комментариев нет:
Отправить комментарий