среда, 14 сентября 2011 г.

Эрдоган:”Палестина дәүләтен таныу мотлаҡ кәрәк.”



 Бөтә донъяның бойондороҡһоҙ Палестина дәүләтен таныуы тауышҡа ҡуя торған мәсьәлә түгел, быны эшләү мотлаҡ. Был хаҡта Ҡаһирәлә сит ил министрҙары кимәлендә үткән Ғәрәп дәүләттәре лигаһы ултырышында Төркиә премьер- министры Рәжәп Тайып Эрдоган белдерҙе.
Эрдоган:БМО- ла Палестина флагы елберләр ваҡыт етте. Әйҙәгеҙ, күтәрәйек уны һәм был Палестина флагы Яҡын Көнсығыштағы тыныслыҡ һәм ғәҙеллек символы булһын. Әйҙәгеҙ, ошо регионда тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ булдырыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.”
Шул уҡ ваҡытта Иордандың Көнбайыш ярында эш ҡайнай. Бойондороҡһоҙ Палестина дәүләте өсөн кампания рамкаларында бында флагтар һәм плакаттар әҙерләйҙәр. Автономия етәкселеге БМО- ның 19 сентябрҙә асыласаҡ  Генераль Ассамблея сессияһына бойондороҡһоҙлоҡто таныуҙы һорап мөрәжәғәт итергә йыйына. АҠШ администрацияһы иһә палестиналыларҙың һоратыуына вето һаласағы тураһында белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий