среда, 14 сентября 2011 г.

Кабулда алыш 20 сәғәт барҙы.



Кабулда талиптар һәм НАТО-ның хәрби вертолеттары ярҙамындағы Афғанстан хәүефһеҙлек көстәре араһындағы алыш 20 сәғәт барҙы һәм бөгөн иртән генә тамамланды.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, афған баш ҡалаһында боевиктарҙың һуңғы һөжүме ваҡытында 14 кеше һәләк булған, араларында полицейскийҙар ҙа бар. Һөжүм итеүселәрҙең алтауһы үлгән.
Ҡалалағы НАТО көстәренең штаб- квартираһы һәм АҠШ- тың илселеге, ҡайһы бер хөкүмәт биналары талиптарҙың төп сәбенә әйләнде.
Властар күккә күтәреп маҡтаған  Кабулдың мөһим стратегик объекттарын уратып алған”ҡорос ҡулса”ны экстремистарҙың өҙөүе илдәге тотороҡһоҙлоҡ хаҡында һөйләй. Ил контролен 2014 йылда афған көстәренә тапшырыу планлаштырылған саҡта был яҡшы хәл түгел, әлбиттә.
Инцидент ай эсендәге талиптарҙың икенсе эре атакаһы. Август уртаһында үҙен үлемгә дусар иткән террорист баш ҡалалағы Британ советы вәкиллегенә һөжүм иткәйне. Унда 9 кеше һәләк булды.
Көнбайыш коалиция бәреп ингәндән һуң 10 йыл үткәс тә, Афғанстандағы көсөргәнешлелек һүрелмәй. Коалиция һалдаттары һәм урындағы халыҡ араһындағы юғалтыуҙар иҫ киткес ҙур.






Комментариев нет:

Отправить комментарий