пятница, 30 сентября 2011 г.

Бабий Яр фажиғәһенә-70 йыл



Украинала Бабий Яр ҡорбандарын иҫкә төшөрәләр. Элекке Киев ситендәге йырында Икенсе Бөтә Донъя һуғышы ваҡытында немецтар, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 100 меңдән 200 меңгә ҡәҙәр кешене, күбеһенсә йәһүдтәрҙе, сиғандарҙы һәм совет хәрби әсирҙәрен атып үлтергәндәр. Иҫән ҡалғандарҙың һаны -29. Шулар арһында- Раиса Майстренко ла бар:
“Ул мине ҡулына тотҡан килеш суҡына- суҡына ҡысҡыра ине: “Мин рус! Мин рус!” Полицейский килде лә: “Нимә ҡысҡыраһың? Бында бөтәһе лә йәһүдтәр,-”ти. Приклады менән һелтәнеп, башымды ярмаҡсы булды. Өләсәйем яурыны менән ышыҡлап өлгөрҙө, һәм беҙ ергә йығылдыҡ. Немец килде лә һорай: “Йәһүдме?” Кем нимә тип яуап биргәнен иҫләмәйем. Немец, өләсәйемде елкәһенән эләктереп алып, халыҡ төркөмө араһына ташланы, ә мин уның ҡулында инем.”
Немец оккупанттары 1941 йылдың 29 сентябрендә, теүәл 70 йыл элек, Бабий Ярҙа халыҡты күпләп ҡыра башлай. Тәүге ике көн эсендә улар Киевта йәшәгән бөтә йәһүдтәрҙе тиерлек- 34 000 кешене һәләк итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий