понедельник, 3 октября 2011 г.

Париж: прокатҡа элетромобиль.



Париж урамдарында прокат өсөн тәғәйенләнгән беренсе электромобилдәр барлыҡҡа килде. Париждың баш ҡалаһында 2007 йылдан бирле велосипедтар прокаты йәшәп килә ине, хәҙер уларға электромобилдәр өҫтәлде. Бының маҡсаты- Париждың транспорт көсөргәнешлелеген кәметеү. Машиналар экологик яҡтан таҙа һәм экономиялы. Ике ай дауамында был система һынау үтәсәк. Уны рәсми асыу декабрь башында буласаҡ.

“Ғаиләлә беҙ йәмәғәт транспорты менән файҙаланабыҙ, әммә уның маршруттары сикләнгән, айырыуса кисен. Такси менән дә проблемалар килеп сыға. Миңә ҡалһа, Autolib бик кәрәкле нәмә.

Машиналарҙың дизайны өҫтөндә Италияның Pininfarina фирмаһы, ә проектын Bollore төркөмө эшләгән.

Был системаны ҡулланыу өсөн 12 евро түләргә кәрәк буласаҡ. Абонент түләүе- сәғәтенә 5 евро. Ҡыҫҡа ваҡытлы йөрөү генә файҙалы буласаҡ.

Электромобиль 4 кеше һыйҙырышлы. Зарядкаһыҙ 4 сәғәт буйы йөрөп була


Комментариев нет:

Отправить комментарий