понедельник, 3 октября 2011 г.

”Ҡыҙыл тәре”миссияһы Сирттан китергә мәжбүр булды.



Ливия баш күтәреүселәре Сиртты штурмлауҙы ҡайтанан башланы. Милли күсмә совет һәм Каддафи яҡлылар араһындағы ике көнлөк ваҡытлы килешеү тамамланды. Был ваҡыт эсендә йөҙҙәрсә тыныс халыҡ ҡаланы ташлап китте.
НАТО авиацияһы Каддафиҙың тыуған төйәгенә яңынан һөжүм башланы.
Сиртта булған “Ҡыҙыл тәре”вәкидәре ундағы гуманитар хәлде “аяныслы”тип атаны.
Ҡалала яралылар күп, уларға һәр ваҡыт квалификациялы ярҙам күрһәтеп булмай.
“Врачтар, медицина ҡорамалдары, кислород баллондары етмәй, хатта һыу ҙа бик аҙ, шунлыҡтан врачтар ҙа, ауырыуҙар ҙа интегә.”
“Ҡыҙыл тәре”хеҙмәткәрҙәре ҡалаға медикаменттар, һыу һәм аҙыҡ- түлек индерә алды, әммә алыштар йәнә башланып киткәс, миссия һуғыштан ҡасыусы меңәрләгән тыныс халыҡ менән бергә ҡаланан китергә мәжбүр булды.
Муаммар Каддафиҙың тыуған ҡалаһы өсөн һуғыштар инде ай самаһы бара.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий