суббота, 17 сентября 2011 г.

Хаменеи Көнбайыш илдәрен әрләй.



Ирандың юғары етәксеһе аятолла Али Хаменеи ғәрәп революционерҙарына  көнбайыш дәүләттәргә ышанмаҫҡа һәм проблемаларҙы хәл итеүҙе ислам эсендә эҙләргә кәңәш бирҙе.
Шәмбе көн Тегеранда Халыҡ- ара ислам конференцияһы асылды. Хаменеи Көнбайыш илдәрен ҡаты тәнҡитләне. Тунис, Мысыр, Ливия халыҡтарына мөрәжәғәт итеп ул былай тине:
“Һис ҡасан Америкаға, НАТО-ға һәм ҡасандыр һеҙҙең ерҙәрегеҙҙе бүлеп алған һәм талаған Бөйөк Британия, Франция, Италия кеүек енәйәтсел режимдарға ышанмағыҙ. Һаҡ булығыҙ, уларҙың йылмайыуҙарына ышанмағыҙ. Ул йылмайыуҙар һәм вәғәҙәләр артында хыянат тора.”
Хаменеи һүҙҙәре буйынса, азатлыҡ яулап алған халыҡтарҙың төп теләге- дәүләт менән идара итеүҙә ҡатнашыу.
Тегеранға Хезболлах хәрәкәтендә икенсе урын биләгән Нәғим Ҡасим шәйех һәм Ислам йыһаты башлығы Рамазан Абдалла ла килде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий