понедельник, 19 сентября 2011 г.

Сүриәлә Рәсәй флагтарын яндыралар.



Ғәрәп дәүләттәре лигаһы Сүриәлә кисекмәҫтән көс ҡулланыуҙы туҡтатыу һәм милли диалогты башлау яҡлы. Лига президент Башар Асад вәғәҙә иткән реформаларҙың тормошҡа ашырылыуын тикшереү өсөн илгә эксперттар ебәрергә йыйына.
Шул уҡ ваҡытта Лига сит илдәрҙең Сүриә эштәренә ҡыҫылыуына ҡаршы.
“Сүриәнең бөтә политик төркөмдәре ҡатнашлығындағы милли диалог кәрәк, шунһыҙ Сүриә халҡы өмөтләнгән үҙгәрештәр һәм политик реформалар мөмкин түгел. Көс ҡулланыуҙың бөтә төр формаларын тулыһынса һәм кисекмәҫтән туҡтатырға кәрәк,-”тип белдерҙе Лига председателе.
Сирия манифестанттары Рәсәй флагтарын яндыралар: улар Башар Асад хөкүмәтенә ҡарата халыҡ- ара санкциялар индереүгә ҡамасаулаған Мәскәүҙең позицияһына ҡаршы сығалар.
Күптән түгел Рәсәйҙең баш ҡалаһында булған Сүриә оппозиция вәкилдәре Кремль политикаһын “аңлайышһыҙ һәм ҡаршылыҡлы”тип атаны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий