понедельник, 19 сентября 2011 г.

Триполи: порт ҡайтанан эшләй башланы.



Йәкшәмбелә Триполиҙың хәрби аэропортында тиҫтәләгән кеше Ливия Хәрби Һауа көстәренең ике пилотын ҡаршыланы. Февралдә улар, хөкүмәткә ҡаршы сығыусыларҙы бомбаға тотоуҙан баш тартып, Мальтаға осоп киткәйне һәм унда политик һыйыныу һорағайны. Осоусыларҙы туғандары, хәрбиҙәр һәм журналистар ҡаршы алды.
“Хәҙер мин эшемде дауам итәсәкмен, азат Ливияның күген һаҡлаясаҡмын, әммә ливиялыларҙы үлтермәйәсәкмен. Шулай уҡ пилоттарҙың яңы быуынын тәрбиәләйәсәкмен.”
Матбуғат конференцияһында осоусылар, эҙәрлекләүҙән ҡотолоп, Мальтаға нисек осоп китә алыуҙары хаҡында һөйләне.
Триполиҙағы порттың ҡайтанан эшләй башлауы Ливияның тыныс тормошондағы күренекле ваҡиға булды. Яңы властар әйтеүенсә, унда тулы хәүефһеҙлек тәьмин ителгән:
“Порт 85-90% күләмендә эшен ҡайтанан башланы. Килеп күргән һәр кеше быны раҫлаясаҡ. Судноларҙы тейәү- бушатыу көйлө бара. Барыһы ла тәртип менән эшләнә.”
Күптән түгел Триполи портында баш күтәреүселәр һәм Каддафи яҡлылар араһында ҡаты һуғыштар бара ине. Бында хәҙер һәммәһе тыныс хеҙмәт менән мәшғүл.

Комментариев нет:

Отправить комментарий