понедельник, 19 сентября 2011 г.

Греция тағы ла ҡатыраҡ экономияға бармаҡсы.



Бөгөн төндә Грецияның баш ҡалаһында яңынан ҡаршылыҡ акциялары үтте. Күсемһеҙ милеккә ғәҙәттән тыш өҫтәмә налог халыҡтың асыуын ҡабартты.”Түләмәйәсәкбеҙ!-”тип ҡысҡырҙы манифестанттар. Хөкүмәттең белдереүенсә, улар Евроберләшмәһе һәм МВФ- тан сираттағы кредит траншын алыу өсөн ҡаты сараларға барырға мәжбүр. Былар Афинаға йыл аҙағына ҡәҙәр бурыс түләргә ярҙам итәсәк.
Грецияның премьер- министры Георгиос Папандреу, АҠШ- ҡа ниәтләгән юлын ҡалдырып, дефолтты булдырмауға арналған хөкүмәттең ғәҙәттән тыш ултырышын үткәрҙе. ”Әгәр илебеҙҙе шантажламаһындар һәм кәмһетмәһендәр тиһәк, ә илен кәмһетеүгә бер граждан да битараф ҡала алмайҙыр, тип уйлайым,- дәүләт стратегияһын тәшкил иткән өс ҡарар ҡабул итергә тейешбеҙ,- тип белдерҙе Грецияның финанс министры.- Тәүге нәүбәттә ошо йылдың һәм киләһе йылдың финанс пландарын үтәргә бурыслыбыҙ.”
Бөгөн Грецияла ил хөкүмәте Евроберләшмә һәм МВФ вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып бара. Улар, кредит биреүҙең төп шарты итеп, артабан да бюджет сығымдарын кәметеүҙе һәм налогтарҙы арттыруҙы талап итәләр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий