вторник, 20 сентября 2011 г.

Cиртты һаҡлаусыларға психологик баҫым яһайҙар.



Муаммар Каддафиҙың тыуған ҡалаһы Сиртты штурмлауға НАТО- ның психологик операциялар буйынса белгестәре лә ҡушылды. Эфир тулҡындарында ғәрәп һәм инглиз телдәрендә ҡаланы һаҡлаусыларҙы баш һалырға һәм тарихтың дөрөҫ яғына күсергә өндәп саҡырыуҙар яңғырай.
”Ҡорал һалығыҙ, алышты туҡтатығыҙ, бирелеүегеҙҙе белдереп, аҡ флаг күтәрегеҙ. Бөтә донъя һеҙгә ҡарап тора. Был һеҙҙең Ливия халҡына ҡушылыу һәм тарихтың уң яғына күсеү мөмкинлегегеҙ.”
Баш күтәреүселәр бер нисә аҙна инде Йәмәхириә ғәскәрҙәренең һуңғы тоғро терәге булған Сирт һәм Бани- Вәлидте ала алмай. Ҡалаларҙы һаҡлаусылар һөйләшеүҙәрҙән баш тарталар һәм аҙаҡҡаса алышасаҡтары хаҡында белдерәләр. Ҡала ситтәре ҡулдан- ҡулға күсә, ике яҡ та ауыр юғалтыуҙар кисерә.
Баш күтәреүселәр госпитале врачы бына нимә һөйләй:
”Баш күтәреүселәрҙең күбеһе хәрби түгел. Уларға ойошҡанлыҡ һәм белдекле етәксе етешмәй.”
Фронттағы хәлдәрҙең ҡырҡыулығы арҡаһында, Күсмә милли совет ваҡытлы хөкүмәт төҙөүҙе туҡтатып торҙо. Күсмә милли совет башлыҡтары әйтеүенсә, әлегә кандидатуралар  буйынса һөйләшеүҙәр бара, был эштең ҡасан тамамланыры билдәһеҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий