Кипрҙағы ”газ бәхәсе” ҡыҙа бара.Төркиә Кипр утрауының
төньяғында геологик эҙләнеүҙәр эшен башлаясағы менән янай. Быны ул Төркиәнән
башҡа бик күп илдәр тарафынан танылған Кипр Республикаһынаың эҙләнеүҙәренә яуап
итеп эшләмәксе. Республика властары Американың“Noble Energy” компанияһына
утрауҙың көньяғындағы ятҡылыҡтан газ сығарырға рөхсәт биргәндәр, быраулауға
әҙерлек унда башланған да инде. Анкара тикшеренеү суднолары хәрбиҙәр оҙатыуында
йөрөүе бик мөмкин, тип иҫәпләй.
“Төньяҡ Кипрҙың Төрөк республикаһы менән беҙ ҙә
эҙләнеүҙәргә тотонмаҡсыбыҙ һәм был эштәр яҡын арала, бәлки, ошо аҙнала уҡ
башланыр. Беҙ уны үҙебеҙҙең экономик зонабыҙҙа башлаясаҡбыҙ,- ”тип белдерҙе
Төрөк премьеры Рәжәп Тайып Эрдоган.
Кипр 1974 йылдан бирле төрөктәр һәм гректар яғына
бүленгән. Тик Анкара ғына таныған Төньяҡ Кипрҙан айырмалы рәүештә Кипр Республикаһы
хөкүмәтенең күршеләре менән ( мәҫәлән, Израиль менән) диңгеҙ сиктәре хаҡында
һөйләшеүҙәр алып барыуы Төркиәнең ризаһыҙлығын тыуҙыра. Кипрҙың үҙендә килешеүҙәр
төҙөлмәй тороп бындай аҙымға барыуҙы Анкара ярамаған эш, тип иҫәпләй, сөнки ул
Кипр төрөктәренең хоҡуҡтарын боҙа.
Комментариев нет:
Отправить комментарий