вторник, 20 сентября 2011 г.

Берлин йәштәре парламентҡа “пират”тарҙы индерҙе.



 Берлин парламентына “пираттар” үтеп инде. Ошо исем аҫтындағы партия, йәкшәмбе көн һайлаусыларҙың 8,9 процентын яулап, парламентта 15 урын алыуға иреште.
Партия интернеттағы хоҡуҡты һәм азатлыҡты яҡлай, автор хоҡуҡтарын реформалау өсөн көрәшә, әммә билетһыҙ йөрөү һәм марихуананы легалләштереү ише эксцентрик нәмәләрҙе лә тәҡдим итә. Һайлауҙарҙа партияны йәштәр һәм 25 йәштән алып 35 йәшкә ҡәҙәр берлинлылар яҡланы.
“Пират”яҡлылар бына нимә һөйләй:
”Был үҙенә күрә ҡаршы сығыуҙың бер кәүҙәләнеше. Башҡалар бер үк нәмә менән шөғөлләнә, ә “пират”тар уларҙан айырылып тора.”
“Был яңы идея һәм альтернатива тәҡдим итеүселәр булмағанлыҡтан килеп сыҡты .”
Политик эксперттар Пираттар партияһын етди ҡабул итмәй. Тик һөҙөмтәләр икенсене һөйләй. Үткән һайлауҙарҙа улар идара итеүсе ХДС- тың партнерҙары- ирекле демократтарҙы ла уҙып китте. Һуңғылары 5% барьерын да үтә алманы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий