четверг, 15 сентября 2011 г.


Даниялылар “күктәр”ҙе йәки   “ҡыҙылдар”ҙы һайлайҙар.
 Данияла бөгөн ваҡытынан алда парламент һайлауҙары үткәрелә. Ил халҡы урналарға Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуңғы иң ауыр экономик кризис шарттарында бара.
Ларса Локке Расмуссен рәйеслеге аҫтындағы идара итеүсе либераль- консерватив коалиция илгә ун йыл рәттән етәкселек итте. Урындағы матбуғат уң центристарҙы “күк блок”тип атай. Уларға “ҡыҙыл блок”ҡаршы тора- һул центристар һәм социал- демократтар. Һайлау алды һорау алыуҙар “ ҡыҙылдар”ға 2% өҫтөнлөк менән еңеү вәғәҙә итә. Оппозицияның эш көнөн 12 минутҡа оҙайтырға тәҡдим итеүе һайлаусыларҙың яҡлауын тапты.
Иммиграцияны сикләү яҡлы булған милләтсе Дания халыҡ партияһының популярлығы төшөүе һорау алыуҙарҙың сюрпризы булды: быны финанс- экономик проблемаларҙың башҡаларынан өҫтөнлөк алыуы менән аңлаталар.
Экономика темаһы иммиграция, ил сиге контроле һәм бөтә башҡа проблемаларҙан өҫтөн булып сыҡты. Шуға күрә хәҙер һүҙ тик экономика хаҡында ғына бара.
Нисек кенә булмаһын, мөһим политик көстәр йәнәш атлай, һәм Данияның киләсәге идара итеүсе коалицияның нисек формалашыуына бәйләнгән, был процеста бәләкәй генә партиялар ҙа һиҙелерлек роль уйнауы ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий