четверг, 15 сентября 2011 г.

Жаклин Кеннедиҙың ярты быуат элек биргән интервьюһы баҫылған.



АҠШ-та “Жаклин Кеннеди: Джон Кеннеди менән ғүмер итеү хаҡында тарихи әңгәмәләр”тигән китап сыҡты. Унда беренсе ледиҙың 1964 йылда ире һәләк булғандан һуң дүрт ай үткәс биргән  интервьюһы баҫылған.
Был китап күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты: “Ул апарыу йомоҡ кеше ине, һәм ошоғаса уның Линдон Джонсон йәки Мартин Лютер Кинг хаҡында нимә уйлауын берәү ҙә белмәне. Шуға ла китаптан уның хаҡында ла, ул йәшәгән мөхит хаҡында ла белә алабыҙ.”
Президенттың тол ҡатыны үҙе үлгәндән бик күп йылдар үткәс кенә баҫтырыу шарты менән интервью бирергә ризалаша. Ул Кеннеди ғаиләһенең дуҫы булған тарихсы Артур Шлезингер менән әңгәмәһендә шул замандың байтаҡ лидерҙарына: Шарль де Голль, Индира Ганди, үлтерелгән Джон Кеннедиға алмашҡа килгән Линдон Джонсон һәм башҡаларға бик үк маҡтаулы булмаған характеристикалар бирә. Китап Джон Кеннедиҙың президент вазифаһын үтәй башлауға 50 йыл тулыу айҡанлы сығарылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий